Сабыр доғаһы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Сабыр доғаһы



Зыяраттар, ах, киңәйә бара
Яңы кәртә йәнә һалдылар:
Хәҙер инде кәртә тышындағы
Ҡәберҙәр ҙә эстә ҡалдылар.
Иҫке йола бөттө инде хәҙер…
Заманамы шундай йәберле –
Эстәгенән бәлки артыр ине
Зыярат тышындағы ҡәберлек.
Тик заманға һылтанмайыҡ әле –
Ҡай заманда еңел йәшәлгән –
Быуат-быуат башҡорт һөйәктәре
Яу ҡырында әҙме түшәлгән?!
Әҙме йәшен түккән етемәктәр,
Ас-яланғас ярлы-ябаға,
Әммә һәр береһе ижтиһад иткән
Үлем индермәҫкә араға.
Изге Китабыбыҙ аша мәғлүм
Йәнен алыусыға тыйыулыҡ:
“Фаныйлыҡта күргән бар ауырлыҡ
Ожмах кеүек кенә тойолор!”
Донъя ауырлығы – ожмах икән
Нисек түҙер бәндә тамуҡҡа,
Өс көнлөккәй генә был донъянан
Осоп төшкәс мәңгелек утҡа?!
Баҡыйлыҡҡа күсте ҡанбабалар
Тапшыралмай сабыр доғаһын.
Доғаларын белмәй йәшәгәнгә,
Ҡыйралып та бара донъяһы…
Зыяраттар, ах, киңәйә бара…
2006 йыл

20-се быуат ахырҙарынса халҡыбыҙҙа
үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙы
зыярат тышына йыназаһыҙ ерләйҙәр ине...


2012